<?xml version="1.0" encoding="UTF-8"?><song><author>Джон Ньютон</author>
<key>G</key>
<lyrics>[V1]
.G       G7      C    G
 Әй, мәрхәмәт, һин ҡотҡарҙың
.G       G7 D
 Мине ҙур афәттән.
.G      G7 C     G
 Үле рухыма йән бирҙең,
.Em         G  D  G
 Күрмәҫ күҙҙәрем күрҙе.

[V2]
 Тәүҙә йөрәктә шом тыуҙы,
 һуңынан килде тынлыҡ.
 Йән әрнеүен йәштәр йыуҙы,
 Килде бөтмәҫ шатлыҡ.

[V3]
 Күпме йөрәк әрнеп янды,
 Ҡалып ҡара көнгә.
 Тик Һин һәр саҡ булдың янда,
 Илтер өсөн өйгә.

[V4]
 Хоҙай һүҙенә ышанам, -
 Ул - ҡаҡшамаҫ ҡәлғәм.
 Булыр минең тормошомда
 Ышаныслы ҡалҡан.

[V5]
 Йәнем тәнде ташлап китһә,
 Көрәш туҡтар кинәт.
 Мине күктәге өйҙә көтә
 Шатлыҡ һәм дан-шөһрәт.

[V6]
 Меңәр тиҫтә йылдар үтер,
 Үлем, золом китер.
 Дан йырларбыҙ Һиңә, Хоҙай,
 Тәүге көндәгеләй.</lyrics>
<title>Әй, мәрхәмәт!</title>
</song>